Балаларыбыҙ өсөн ҡыла торған теләк-доға. 🌙🌿🌙🌿🌙🌿🌿🌙 Бисмиллаһир-рахмәәнир-рахииим. Йә, Раббым, балаларыбыҙ тәҡүә (праведный) мосолмандарҙан, хәйерле мосолмандарҙан, Үзең яратҡан бәндәләрҙән булһалар ине. Үҙҙәре һау -сәләмәт, күңелдәре саф, йөҙҙәре нурлы, диндәре дөрөҫ, имандары көслө булһа ине. Йә, Раббым, Үҙеңә итәғәт итеүселәрҙән, ғибәҙәт ҡылыусыларҙан, фарыз һәм сөннәт ғәмәлдәрен үтәүселәрҙән, ғибрәт алыусыларҙан,ҡәнәғәт булыусыларҙан, ниғмәтләреңдең ҡәҙерен белеүселәрҙән, күп зикер ҡылыусыларҙан булһалар ине. Йә, Раббым, уларға тәүфиҡ, һиҙийәт (тура юл), зирәк аҡыл, ғилем бир. Ислам динен ҡеүәтләүсе, оятты белеүсе, әхлаҡлы, әҙәпле, тәрбиәле, намыҫлы, тырыш, маҡсатлы, эскерһеҙ, йомарт, тыйнаҡ,ғәҙел, эшсән, уңған булһалар ине. Уҡыуҙарында асыҡ зиһен, тел байлығы, тел асҡыстары бир. Уҡытыусыларына, остаздарына, иптәштәренә, барса кешеләргә күркәм итеп, һөйкөмлө итеп күрһәт. Эске күңелдәре, тышҡы ҡиәфәттәре һәр вакыт күркәм булһа ине. Йә, Раббым, атай-әсәйҙәрен, ололарҙы хөрмәт итеп, кеселәргә шәфҡәтле, мәрхәмәтле, кешеләргә игелекле, ярҙамсыл булһындар. Таҙалыҡты, паҡлыҡты яратһындар, сафлыҡҡа ынтылһындар. Йә, Раббым, ҡайғы – хәсрәт килтермәһендәр, күҙ йәштәре түктермәһендәр. Балаларыбыҙга хәйерле хәләл кәсептәр, хәләл ризыҡ менән ризыҡланган иманлы хәйерле парҙарын насип ит, сәлих (изгелекле) вә тәҡүә бәндәләреңә дуҫ ит. Балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығы булһа ине. Уларға хәйерле оҙон ғүмер бир, Раббым. Уларҙың ҡыуаныстарын күреп, шатлыҡ – һөйөнөстәр менән йәшәргә насип ит. Амин.

Теги других блогов: дуа балаларыбыҙ өсү